Үткән аҙнала бер –нисә йыл барыһын да борсоған мәсъәләгә асыҡлыҡ индерелде. Торатау СОДА-ға етештереү өсөн бирелмәйәсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән медиафорумда шулай, тип белдерҙе. Был хәбәр тотош Республика,айырыуса, тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан Ишембай районы халҡын ҡыуандырҙы. Тау эргәһендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы әйтеүенсә, Торатауҙы ҡурсалап ҡалыуҙы иң әһәмиәтле ҡаҙаныш, тип атарға мөмкин. Йома һайын Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетендә халыҡ күп.  Өлкәне лә, кесеһе лә тыныс тормош һәм мәрхәмәтлектән тыш, һуңғы йылдарҙа Хоҙай тәғәләнән изге Торатауҙы һаҡлауҙы ла һорап килде.  Был юлы инде улар Торатауҙы һаҡлап ҡалыусыларға рәхмәт уҡый. Торатау яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлдәр бер-нисә тапҡыр булды. Геологик эҙләнеүҙәр үткәреп,айырыуса һаҡланған ҡомартҡы статусы алынырға ла күп ҡалмағайны. СОДА йәмғиәтенең ошо тауҙан тыш с ... Читать дальше »

Просмотров: 400 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-11-16 | Комментарии (0)

Быйыл республиканан 132 кеше изге сәфәргә барыу теләген белдергән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ. 

Әлфирә Яварова улы Александр менән изге сәфәр алынан юл намаҙын уҡый. Хажға улар 3 йыл буйына әҙерләнгән. Быйыл ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан аллаһы тәғәлә үҙе юл асты тип ҡыуана Әлфирә ханым. 

Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда гигиена кәрәк-яраҡтары, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Александр 2010 йылда Исламды ҡабул иткәс Искәндәр исемен ала. Хажға барыу һәр мосолмандың изге бурысы ти ул.

... Читать дальше »

Просмотров: 338 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-09-04 | Комментарии (0)

Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ошо ауылда тыуыусылар йыйылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында иртә менән аҙан тауышы иман йортона саҡырҙы. Һәр изге эштең, ғибәҙәттәрҙең фатиха алыуҙан башланыуы мосолман халҡына хас сифат. Урман-Бишҡаҙаҡта тәү тапҡыр үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы ла мәсеткә йыйылып хәйер һалыу, аят-доғалар уҡыуҙан башланды.

Күркәм сараға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып яҡташтар, ауылдаштар ҡайтҡайны. Урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы байрам өҫтәлдәре, йыр-бейеү менән ҡаршы алды.Борондан Торатау халҡыбыҙҙың йыйындар, байрамдар ойоштороу урыны булған. Нәҡ ошо изге тау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы ата-бабаларыбыҙҙың изге ... Читать дальше »

Просмотров: 956 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-07-29 | Комментарии (0)

27 апрелдән Рәсәй-1 каналы яңылыҡтарҙы башҡорт телендә лә күрһәтә башлай. «Башҡортостан» ДТРК-ның милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин һүҙҙәренсә, көн һайын шундай ике программа эфирға сығасаҡ.

— Башҡорт телендәге яңылыҡтарҙы иртәнге сәғәт 10-сы 5 минутта һәм көндөҙгө 3-сө яртыла ҡарарға мөмкин, — тип һөйләне Вилдан Ғәлин.

Каналда башҡорт телендә яңылыҡтар «Башҡортостан» ДТРК-ның генераль директоры Азамат Сәлиховтың башланғысы буйынса барлыҡҡа килде. Ошо мәсьәлә үткән аҙнала компанияға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Бөтә Рәсәй дәүләт те ... Читать дальше »

Просмотров: 441 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-04-28 | Комментарии (0)

17 ғинуарҙа Ноябрьск ҡалаһының йәмиғ мәсетендә "Мәғрифәт" дини ойошманың кәңәшмәһе уҙғарылды. Был мәсеттең яңы имам-хатыбы етәкселегендә уҙғарылған тәүге кәңәшмә шуға күрә тәү сиратта "Мәғрифәт" ойошмаһының яңы йылдағы эшмәкәрлегенә һәм уның составына бәйле  мәсъәләләр ҡаралды. Тәү сиратта ойошманың составы яңартылды. Уставҡа ярашлы, кәңәшмәнең рәйесе итеп мәсеттең имам-хатыбы Мөхәммәт Мансуров һайланды, шулай уҡ ревизиялау составы ойошторолдо.

2015 йылдың планы үҙенең төптән уйлап әҙерл ... Читать дальше »

Просмотров: 372 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-01-18 | Комментарии (0)

Бөгөн Ноябрьск йәмиғ мәсетендә Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн үткәрҙеләр. Мосолмандар алдында Ҡөрьән аяттарын, Салаваттар, мөнәжәттәр, тәкбирҙәр уҡынылар. Мәүлидте мәсеттең имам - хатыбы Мөхәммәд Мансуров һәм Дағыстандан килгән имамдар үткәрҙе.

Мәүлидкә килгәндә инде шуны әйтеп китеү мөһим- Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө сахабиҙар һәм табиинлар ваҡытында байрам ителмәй. Өҫтә әйтеп үтелгән ғөрөф – ғәҙәттәр мосолмандар көнөнә  бер нисә тапҡыр яһай торған ғәҙәти хәл. Пәйғәмбәр Мөхәммәд  ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнө асыҡ ҡына билдәле түгел, шуға күрә мосолмандар уны Рәббиғүл-әүүәл айы көндәренең береһендә билдәләйҙәр. Килгән ҡунаҡтар мосолмандар араһында Мөхәм ... Читать дальше »

Просмотров: 525 | Добавил: bashkir | Дата: 2015-01-03 | Комментарии (0)

Ноябрьск мәсетенең халыкты ҡабул итә башлауына 10 йыл да булып китте. Ошо оло юбилей уңайына Ноябрьск ҡалаһында төрлө саралар ойошторолдо. Көн үҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн ҡала мәсетенә төрлө төбәктәрҙән имамдар йыйылды. Улар түңәрәк өҫтәл артында бар булған һорауҙарҙы тикшерә алды. Был кәңәшмәлә имамдарҙан тыш округ, ҡала хәҡимиәте, Ноябрьск сиркәүе һәм башҡа төрлө йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты.

Имамдар йыйылышының рәсми өлөшөн мәсеттә мөфтөй Хәйҙәр Хафизов алып барҙы. Иң ҙур мәсъәләләрҙең береһе - намаҙ ваҡыттарын округ ҡалаларында бер ваҡытҡа тура килтереү. Географик үҙенсәлеге арҡаһында Ямал ҡалаларында йәйен төндәрендә ҡараңғы төшмәй. Хәйҙәр Хафизов әйтеүе буйынса шул арҡала Салехардта хатта Мекка һәм Төмән ваҡыттары буйынса ла намаҙ уҡып ҡарағандар.

... Читать дальше »

Просмотров: 433 | Добавил: bashkir | Дата: 2014-12-21 | Комментарии (0)

« 1 2
close