Понедельник, 2018-11-19, 1:58 PM
bashkirlife
Главная Регистрация Вход
Приветствую Вас, Гость · RSS
СОЦСЕТИ
facebook
vk
Google+
Мой мир
Lj
Ок
Twitter
Меню сайта
...
ФОРМА ВХОДА
Логин:
Пароль:
ПОИСК
Наш опрос
ОЦЕНИТЕ МОЙ САЙТ
Всего ответов: 107
ФОТОГРАФИИ САЙТА
 ЯҢЫЛЫҠТАР
Главная » 2015 » Сентябрь » 4 » БАШҠОРТОСТАНДАН ТӘҮГЕ ТӨРКӨМ ХАЖҒА ЮЛЛАНДЫ (ВИДЕО)
6:59 AM
БАШҠОРТОСТАНДАН ТӘҮГЕ ТӨРКӨМ ХАЖҒА ЮЛЛАНДЫ (ВИДЕО)

Быйыл республиканан 132 кеше изге сәфәргә барыу теләген белдергән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ. 

Әлфирә Яварова улы Александр менән изге сәфәр алынан юл намаҙын уҡый. Хажға улар 3 йыл буйына әҙерләнгән. Быйыл ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан аллаһы тәғәлә үҙе юл асты тип ҡыуана Әлфирә ханым. 

Юл тоҡсайҙары әҙерләнгән, унда гигиена кәрәк-яраҡтары, тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ-түлек һәм еңелсә кейем. Александр 2010 йылда Исламды ҡабул иткәс Искәндәр исемен ала. Хажға барыу һәр мосолмандың изге бурысы ти ул.

Сәләмәтлеге һәм матди хәле мөмкинлек биргән һәр мосолман Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға тейеш. Уҙған көн Өфө Аэропортынан Рәсәйҙән тәүге төркөм хажға юл алды. 

Хажға юлланыусы тәүге төркөмдә ике йәшлек Абдулла исемле малай ҙа бар. Вәлитовтар ғаиләһе менән юлға сыға. Иң өлкән турист күрше Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан килгән.

Хаж  ҡылырға  теләүселәрҙең  быйыл аҙыраҡ булыуын Рәсәй һумының арзанайыуы менән аңлаталар. Сәғүд Ғәрәбстаны һәм яҡын тирәләге дәүләттәрҙә барған сәйәси ыҙғыштар ҙа быйыл хажиҙар һанын кәметкән. Шунлыҡтан Башҡортостан мосолмандары өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына тиклем юл аныҡ уйланылған. Улар ҡыҙыу нөҡтәләр аша үтмәй.

Сәфәргә сығыр алдынан бик күп нескәлектәрҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк. Һәр мосолманға махсус прививкаларҙы яһатыу мөһим. Африка һәм баҡа илдәрҙән килеүселәрҙән вируслы сирҙәр йоҡтормаҫ өсөн, уны алдан хәстәрләү зарур.

Закон буйынса хажға барыу ғәҙәти туризм төрө булараҡ ҡарала, ҡыҙғанысҡа бында ла мутлашыу осраҡтары юҡ түгел. Мәҫәлән 2011 йылда Мәскәү туроператоры аша хажға юллама алған 91 яҡташыбыҙ изге сәфәрҙән мәхрүм ҡалды. Улар 4 көн Өфө мәсеттәренең береһендә йәшәп, мәсьәлә дәүләт кимәлендә хәл ителгәс кенә кесе хажға эләкте. 

Просмотров: 313 | Добавил: bashkir | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Copyright MyCorp © 2018
ДРУЗЬЯ
КАЛЕНДАРЬ
«  Сентябрь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930
...

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0
...