8:47 AM
НОЯБРЬСК МӘСЕТЕНӘ 10 ЙӘШ. ИҢ ҠАТМАРЛЫ МӘСЬӘЛӘЛӘР ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ ВАҠЫТ

Ноябрьск мәсетенең халыкты ҡабул итә башлауына 10 йыл да булып китте. Ошо оло юбилей уңайына Ноябрьск ҡалаһында төрлө саралар ойошторолдо. Көн үҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн ҡала мәсетенә төрлө төбәктәрҙән имамдар йыйылды. Улар түңәрәк өҫтәл артында бар булған һорауҙарҙы тикшерә алды. Был кәңәшмәлә имамдарҙан тыш округ, ҡала хәҡимиәте, Ноябрьск сиркәүе һәм башҡа төрлө йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты.

Имамдар йыйылышының рәсми өлөшөн мәсеттә мөфтөй Хәйҙәр Хафизов алып барҙы. Иң ҙур мәсъәләләрҙең береһе - намаҙ ваҡыттарын округ ҡалаларында бер ваҡытҡа тура килтереү. Географик үҙенсәлеге арҡаһында Ямал ҡалаларында йәйен төндәрендә ҡараңғы төшмәй. Хәйҙәр Хафизов әйтеүе буйынса шул арҡала Салехардта хатта Мекка һәм Төмән ваҡыттары буйынса ла намаҙ уҡып ҡарағандар.

Шулай уҡ Ямалдың баш ҡалаһы Салехардтың округыбыззың төн яғында, башҡа Себер ҡалаларынан ситтә урынлашыуы күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Унда тик самолет менән генә барып етергә мөмкин. Шуға күрә йышыраҡ осрашып, бар килеп тыуған мәсъәләләрзе хәл итеү мөмкинселеге сикләнгән. Бигерәк тә йәштәр килеп тыуған дини һорауҙарға яуапты күберәк интернет селтәре аша эҙләргә мәжбүр. 2015 йылдан башлап башҡа ҡала имамдарын Салехард ҡалаһының имам - хатибы янына ярҙамға ебәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде.

Яңы дини йорттар төҙөүгә килгәндә ЯНАО эске сәйәсәт департаменты вәкиле Роман Пикундың әйтеүе буйынса, тәүге сиратта Яңы Уренгойҙа мәҙрәсә һәм Лабытнангы ҡалаһында мәсет һалырға кәрәк. Яңы Уренгойҙа дини уҡыу йорто яңыраҡ янғындан зыян күргәйне. Ноябрьскиҙа ла бер-ике йыл элек мәҙрәсә һалына башлағайны. Тик цоколь ҡаты төҙөлгәндән һуң эш туҡталды. Әммә Пикун был юлы үҙенең сығышында Ноябрьск ҡалаһы мәҙрәсәһен төҙөүҙе дауам итеү мәсәләһен ҡуҙғатманы.

Түңәрәк өҫтәлдең икенсе өлөшө ҡала музейында үтте. Бындағы һөйләшеү Рәсәй Мосолмандары Диниә Назараты һоруҙары менән генә сикләнеп ҡалманы. Әлбиттә Украиналағы хәлдәргә лә ситтә ҡалманы. Һәр кем үҙ сығышында бөгөнгө көндә бигерәк тә Рәсәй йәмғиәтенең берҙәм булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сирия һәм Ираҡта барған һуғыштың Дин талаптарына ҡаршы килгәне тураһында ла әйтелде. Һуғыштың Украинаға күсеүе Көнбайыш илдәренең төп маҡсаты - Рәсәйҙе көсһөҙләндерергә йә юҡ итергә теләгәнен генә күрһәтә тигән фекер менән килештеләр. Шул уйҙы тормошҡа ашырыр өсөн Рәсәй дошмандары Ислам радикалдарын, мәҫәлән, ваххабиттарҙы ҡуллана алғандары ла әйтеп үтелде.

Ямал Дини мосолмандар үҙәгенең киләсәге тураһында ла әйтеп китергә кәрәк. Бөгөнгө көнгә округтағы дини ойошмаларҙың бөтәһе лә тейерлек Үҙәк дини назаратына инеп бөтөп килә.

Имамдарҙың береһе мосолмандар һәм православтарҙың назаратлары араһында эшмәкәрлек тураһында аңлашма төҙөргә тәҡдим итте. Сиркәү вәкилдәре был тәҡдимде хуп күрҙе.

Мәсеттең 10 йыллыҡ юбилейында иң ҙур ҡунаҡтары иҫәбендә УрФО мөфтөйе Ринат Раев булды.

Просмотров: 434 | Добавил: bashkir | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
close