Вторник, 2018-11-20, 9:02 PM
bashkirlife
Главная Регистрация Вход
Приветствую Вас, Гость · RSS
СОЦСЕТИ
facebook
vk
Google+
Мой мир
Lj
Ок
Twitter
Меню сайта
...
ФОРМА ВХОДА
Логин:
Пароль:
ПОИСК
Наш опрос
ОЦЕНИТЕ МОЙ САЙТ
Всего ответов: 107
ФОТОГРАФИИ САЙТА
 ЯҢЫЛЫҠТАР
Главная » 2015 » Июль » 29 » УРМАН-БИШҠАҘАҠТА ҺАУМЫҺЫҒЫҘ АУЫЛДАШТАР БАЙРАМЫ ҮТТЕ (ВИДЕО)
9:46 AM
УРМАН-БИШҠАҘАҠТА ҺАУМЫҺЫҒЫҘ АУЫЛДАШТАР БАЙРАМЫ ҮТТЕ (ВИДЕО)

Унда Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ошо ауылда тыуыусылар йыйылды. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында иртә менән аҙан тауышы иман йортона саҡырҙы. Һәр изге эштең, ғибәҙәттәрҙең фатиха алыуҙан башланыуы мосолман халҡына хас сифат. Урман-Бишҡаҙаҡта тәү тапҡыр үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы ла мәсеткә йыйылып хәйер һалыу, аят-доғалар уҡыуҙан башланды.

Күркәм сараға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып яҡташтар, ауылдаштар ҡайтҡайны. Урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы байрам өҫтәлдәре, йыр-бейеү менән ҡаршы алды.Борондан Торатау халҡыбыҙҙың йыйындар, байрамдар ойоштороу урыны булған. Нәҡ ошо изге тау итәгендә урынлашҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы ата-бабаларыбыҙҙың изге йолаларын тергеҙеп, ауылдаштарын, яҡташтарын, туғандарын бер ҡорға йыйҙы. Ауыл осондағы туғай һабантуй яланын хәтерләтте.

Тәү сиратта ауылдың төп терәге – үҙ оҫталарын, йәш ғаиләләрҙе, өлгөлө йорттар хужаларын, спортсыларҙы, мәғариф отличниктарын, ағинәйҙәрҙе алҡышланылар. Үткәндәрҙе белеү – киләсәккә күпер. Урман-Бишҡаҙаҡлылар быны аңлай һәм тыуған ауылының бай тарихын ҡәҙерләп һаҡлай.Районда был ауыл тәүгеләрҙән мәктәпле була. Уға Зәки Вәлиди нигеҙ һалған, ти ауылдың мөғәллимдәре.

Бигерәк тә ауыл көрәшселәре менән дан тота. Рөстәм Вәлиев 20 йылдан ашыу көрәш түңәрәген алып бара. Ошо осорҙа уның тәрбиәләнеүселәре Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә призлы урындар яулаған,  чемпион исемен йөрөтәләр. Урман-Бишҡаҙаҡлыларҙың спортты үҙ итеүе, йыйылған халыҡтың төрлө бәйгеләрҙә, спорт уйындарында дәррәү ҡатнашыуы дәллиләне.

Ауылда меңгә яҡын кеше йәшәй. Улар араһында башҡорттар, урыҫтар, сыуаштар ҙа бар. Төрлө милләт вәкилдәре татыу ғүмер кисерә, ҡатнаш ғаиләләр төҙөп туғанлашып бөткәндәр. Балалар, мәктәп – ауылдың артабан да йәшәү нигеҙе. Мәктәп булһа, ауыл йәшәр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы лайыҡлы егет-ҡыҙҙар үҫтерә. Ауылдан үҫеп сыҡҡан билдәле шәхестәр тыуған илебеҙҙең күрке, йәме булып балҡый. Ошондай саралар тыуған илгә, кесе Ватаныбыҙға һөйөү, халҡына ихтирам, туғандарына иғтибар тәрбиәләй. Күркәм саранан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡы киләһе йылда ла осрашырға һөйләшеп, йорттарына таралышты.

Просмотров: 927 | Добавил: bashkir | Теги: Башкирия. Башкортостан, Урман - Бишкадак | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Copyright MyCorp © 2018
ДРУЗЬЯ
КАЛЕНДАРЬ
«  Июль 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
...

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
...